Баш бит

300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 219 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

Рэй Ду́глас Брэ́дбери ( 22 август 1920 йыл, АҠШ, Уокиган — 5 июнь 2012 йыл, Лос-Анджелес) — Америка яҙыусыһы, «Фаренгейт буйынса 451 градус» антиутопияһы, «Марсиан хроникалары» хикәйәләр циклы һәм өлөшләтә «Бәпембәләрҙән яһалған шарап» автобиографик повесы авторы.

Үҙ ғүмерендә Брэдбери һигеҙ йөҙҙән ашыу төрлө әҙәби әҫәр, шул иҫәптән бер нисә роман һәм повесть, йөҙҙәрсә хикәйә, тиҫтәләгән пьеса, бер нисә мәҡәлә, яҙма һәм шиғыр яҙған. Уның тарихтары нигеҙендә бер нисә кино төшөрөлгән, театр постановкаһы һәм музыкаль әҫәр ҡуйылған.

Брэдбери, ижадының байтаҡ өлөшө фэнтези, риүәйәт йә әкиәт жанрҙарына тартым булһа ла, традиция буйынса фәнни фантастика классигы тип иҫәпләнә.

Брэдбери пьесалары халыҡ тарафынан яҡшы ҡабул ителгән, ләкин шиғырҙары ҙур уңышҡа өлгәшмәгән. Уның төп ҡаҙанышы булып хәҙерге заман мәҙәниәтендә ситләтелеп килгән фәнни фантастикаға һәм фэнтезиға ҡарата уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуы тора. Рэй Брэдбери 1920 йылдың 22 авгусында АҠШ-тың Иллинойс штатында Уокиган ҡалаһында тыуған. Дуглас тигән икенсе исемен — ул саҡтағы танылған актёр Дуглас Фэрбенкстан алған.

Яҙыусының атаһы, Леонард Сполдинг Брэдбери (1891—1957), 1630 йылда уҡ Атлантиканы киҫеп, Төньяҡ Америкала урынлашҡан тәүге инглиз күскенселәр тоҡомонан булған[18]. Брэдбериҙың әсәһе, Мари Эстер Моберг (1888—1966), сығышы менән швед булған. Рэй 1692 йылда Салем сихырсыларылары процесы ҡарары менән ситтән тороп аҫыуға хөкөм ителгән Мэри Брэдбери тоҡомонан.

Буласаҡ ирле-ҡатынлы Чикагонан төньяҡҡараҡ, Мичиган күле буйында урынлашҡан кескәй Уокиган ҡалаһында (Иллинойс) танышҡан. Брэдбериҙың ата-әсәһе ул саҡта әүҙем үҫешкән кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған[18].

Брэдбериҙың 1916 йылда тыуған ике игеҙәк ағаһы: Леонард һәм Сэм булған, әммә Сэмике йәшендә үлгән. 1926 йылда тыуған апаһы Элизабет та шулай уҡ бәләкәй сағында үпкәһе шешеп үлгән[20], шул уҡ йылда яҙыусының олатаһы ла яҡты донъянан киткән. Үлем менән шулай иртә танышыуы уның буласаҡ күп әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан.


Йәш Брэдбери 1938 йылда, мәктәп сығарылыш альбомынан һүрәт Брэдбери ғаиләһендә 1692 йылғы атаҡлы «Салем сихырсылары буйынса суд процесында»] яҙыусының ҡарт өләсәһе Мэри Брэдбери яндырылған тигән легенда йәшәгән. Был факт ысынбарлыҡта раҫланмаған, ләкин Рэй үҙе быға ышанмаған.

↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?

Вики-өлөсәйҙәр Василий Блаженный сиркәүе янында
Бөрө ҡалаһының гербы
Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 21 май ♦ Кисәге: 20 май ♦ Иртәгә: 22 майБарлыҡ көндәр

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли

Төбәк байрамдары

Һөнәри

21 май юбилярҙары

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәштә Халыҡ-ара сәйәси саралар үткәреү маҡсаты менән билдәләнгән көн, һәр йылдың 8 март көнөнә тура килә. Халыҡ-ара кимәлдә иҫтәлекле көн булараҡ, 1977 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул иткәс, билдәләнә башлай.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 8 март менән бәйле тарихын 1980-се йылдарҙа тарихсы Рене Котэ өйрәнә.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараһын үҙҙәренең хоҡуҡи тигеҙлек өсөн көрәшенә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн Америка ҡатын-ҡыҙҙарының тауыш биреү хоҡуғы өсөн милли ассоциацияһы ( Америка Ҡушма Штаттары АҠШ) ҡуллана башлай.

Шундай сараларҙың беренсеһе 1908 йылдың 3 майында Чикагола, һуңғараҡ - 1909 йылдың 28 февралендә Нью-Йоркта; һәм 1910 йылдың 27 февралендә Нью-Йоркта үткәрелә, артабан да Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнөн февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләүҙе дауам итәләр.

Ҡушма Штаттарҙа шундай милли феминистик (en) әүҙемлек 1848 йылдың 19-20 июль көндәрендә Нью-Йорктың Сенека Фоллс(en) ауылында үткәрелгән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары конвенцияһында (en) ҡабул ителгән Тойғолар декларацияһынан һуң (en) тоҡанып китә тип әйтеп була.

Байрамды Халыҡ-ара кимәлдә билдәләү тәҡдиме 1910 йылдың 23 август - 3 сентябрь араһында Дания Дания баш ҡалаһы Копенгагенда ойошторолған Икенсе социалистик интернационал конгресы (de) барышында 26-27 августа уҙған икенсе Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙарҙың конференцияһында ҡабул ителә. Йыллыҡ сара булараҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө билдәләү тәҡдимен немец социалисы Луиза Зиец (нем. Luise Zietz) яһай,уны социалист һәм һуңыраҡ коммунист Клара Цеткин (en) яҡлап сыға, тик был конференцияла махсус көн билдәләнмәй.[5][9] 17 илдән йыйылған 100 делегат был башланғысты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң хоҡуҡтар яулау сараһы итеп ҡулланыу тураһында килешә. ↪ дауамы…

Тел